Уҙған кис Туймазы районының Үрге Троицк ауылында ҡот осҡос фажиғә булған. Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ның яҡынса мәғлүмәттәренә ярашлы, водитель таныҡлығы булмаған 15 йәшлек үҫмер ВАЗ-2114 автомобиленә ултырып, транспортты кюветҡа ауҙарған. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә водитель зыян күрмәгән, уның 17 йәшлек пассажиры алған йәрәхәттәрҙән урында һәләк булған.