Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Хәниә Фәрхигә ҡәбер ташын рәсми рәүештә 27 июлдә Ҡазанда йырсы ерләнгән урында асалар. Был турала «Татар-информ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн, халыҡтың яратҡан йырсыһы арабыҙҙан китеүгә теүәл бер йыл тула. Хәниә Фәрхи 2017 йылдың 27 июлендә әсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан саҡта Башҡортостандың Тәтешле районында яҡты донъянан китеп барҙы. Быйыл майҙа йырсыға 58 йәш тулыр ине.
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.