Өфөлә Аграр университеты технологтары сәскә һеркәһе – умартасылыҡта мөһим продукттарҙың береһе менән зефир эшләү ысулын уйлап тапҡан. Йәмәғәт туҡланыу технологияһы кафедраһында аңлатыуҙарынса, зефир майһыҙ, әммә бөтөнләй тиерлек файҙалы матдәләр булмаған «еңел» десерт булып һанала. «Уны умартасылыҡ продуктын ҡушыу юлы менән төҙәтергә мөмкин. Һеркәне ҡулланыр алдынан тарттырабыҙ һәм һауалай зефир массаһына эҫе сиропты ҡушҡандан һуң индерәбеҙ. Ул файҙалы матдәләрҙе термик эшкәртеүгә аҙыраҡ ҡуйыу өсөн эшләнелә», – тип аңлатты технологтар.
Файҙалы зефир – Башҡорт дәүләт аграр университетының сәләмәт туҡланыу өлкәһендә берҙән-бер асышы түгел. Университетта шулай уҡ файҙалы туңдырма уйлап сығарғандар. Хәҙер яңы уйлап табылған «Умартасылыҡ продукттарын һәм һоло талҡанын өҫтәү менән ондан кондитер изделиелары» теркәлә. Яңы ризыҡтарҙы етештереүгә индереү өсөн техник документтар теркәлә, тип хәбәр иттеләр Башҡорт дәүләт аграр университетында.
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.