Башҡортостан спортының ике тәрбиәләнеүсе республика һәм Рәсәй исеменән Чехияла велоспорт-шоссе буйынса Европа беренселегендә сығыш яһаны. Халыҡ-ара ярыштар һөҙөмтәләре буйынса Юлиә Ғәлимуллина алтынсы урын яуланы, ә Айгөл Гәрәева Өфөгә төркөм уҙышында яулаған алтын миҙалы менән ҡайтты.
«Айгөл Гәрәева 17-18 йәштәр категорияһында рәсәйҙәр араһында иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,Наталья Овчарук/.