Рәсәй Хөкүмәте пенсияларҙы йыл һайын 1 февралдән һәм 1 апрелдән түгел, ә 1 ғинуарҙан индексацияларға тәҡдим итте. Ошо хаҡта ТАСС агентлығы хәбәр итә, вице-премьер Татьяна Голиковаға һылтанып.
«Әлеге ваҡытта пенсияларҙы һәр финанс йылдың 1 ғинуарынан индексацияларға алымдар менән килештек һәм икенсе уҡыу сиктәрендә элеккесә түгел, яңы индексациялау тәртибен тәҡдим иттек», — тип агентлыҡ вице-премьерҙың телмәренән өҙөмтә килтерә.
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.