Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
20 Июль 2018, 11:20

Бер юлы алты бала: Башҡортостанда өс пар игеҙ бала тыуыу тураһында ентекләберәк

Башҡортостанда Күмертау ҡалаһында уҙған көндәрҙә бер юлы өс пар игеҙ бала донъяға килде.


«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, балалар урындағы Перинаталь үҙәктә тыуҙы. Кисә ошо һирәк, әммә бәхетле ваҡиға тураһында тулыраҡ билдәле булды. Агентлыҡҡа мөғжизә булған дауалау учреждениеһының баш табибы Фәнис Хәкимов һөйләүенсә, был Күмертау бала табыу йорто тарихында тәүге шундай осраҡ.


«Йыл башынан алты игеҙ тыуҙы, ә бында бер көндә бер юлы өс пар игеҙ (ике малай һәм дүрт ҡыҙ), өҫтәүенә алдан күҙалланмағайны ла. Бер әсәгә планға ярашлы операция эшләнде, ә икәүһен тулғаҡ тота башланы: бер ҡатын үҙаллы тапты, икенсеһе кесарь киҫеме ярҙамында әсә булды», — тип аңлатты Фәнис Хәкимов. — Бөтә балалар ҙа сәләмәт, иң бәләкәй сабый – 1800, ҡалғандары 2500-2800 тарта.


Уның һүҙҙәренсә, бөтә ғаиләләрҙә лә балалар бар. Мәҫәлән, үҙаллы ике ҡыҙ тапҡан ҡатын өсөнсөгә бәпесләне. Өйҙә уны улы һәм ҡыҙы көтә. Ҡалған икәүҙең берешәр балаһы бар.


Быйыл алты айҙан ашыу ваҡыт эсендә Күмертау ҡалаһының Перинаталь үҙәгендә бөтәһе 610 бала тыуған.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.
Читайте нас