Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
20 Июль 2018, 13:21

Башҡортостанда бер мандатлы кандидаттар иҫәбе 300 кешенән артҡан

Башҡортостанда республиканың Дәүләт Йыйылышына һайлауға бер мандатлы округ буйынса 304 кандидат күрһәтелгән. Уларҙан 26-һы һайлауҙа үҙ-үҙен тәҡдим итеүсе тәртибендә сығыш яһай, ҡалғандары сәйәси партияларҙан. Мәғлүмәтте Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы 20 июлгә иртәнге сәғәт 9-ға ҡарата бирҙе. Тәҡдим итеү әле ике көн дауам итә.


Ҡоролтайға алдағы һайлауҙарҙа бер мандатлы округ буйынса 444 кандидат күрһәтелгән, уларҙың теркәү этабын тик 393-ө үткән.


Тулыраҡ мәғлүмәт Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының рәсми сайтында урынлашҡан.


/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева.
Читайте нас