Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
20 Июля 2018, 08:28

Бөтә Рәсәй буйлап табиптар Башҡортостан анестезиологын яҡлап, флешмобҡа ҡушыла

Учалынан табип-анестезиолог яҡлы флешмоб бөтә Рәсәй буйлап таралды. Илдең төрлө ҡалаларынан медицина хеҙмәткәрҙәре социаль селтәрҙәрҙә эш урындарынан селфи ҡуя. Акцияны медицина этикаһын боҙоуҙа ғәйепләнеүсе коллегаһын хуплап, табип Ринат Абдрахманов тәҡдим иткән. Фотолар #АнестезиологТаКеше хэштегы менән тарала.


Аҡ халатлылар медицина учреждениеларының төрлө мөйөштәренән фотолар һала, әммә әлеге бер кемдең дә пациент менән төшкән фотоһын баҫтырып сығарырға батырлығы етмәгән.


Операция бүлегенән кушеткалағы ауырыу менән бергә төшкән селфи Учалы табибына ҡарата Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетына тикшереү башларға сәбәпсе булған.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Читайте нас