Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
19 Июль 2018, 07:54

Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль Мәскәүҙә Рәсәй халыҡтарының юбилей конгресында сығыш яһай

Был көндәрҙә Мәскәүҙә йылдың иң ҙур ваҡиғаларының береһе – «Халыҡтар дуҫлығы — Рәсәй берҙәмлеге» Рәсәй халыҡтары конгресы үтә. Сара Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының 20 йыллығына арналған. Конгресс сиктәрендә Евразия халыҡтары ассамблеяһының генераль советы ултырышы һәм «Беҙ — рәсәйҙәр» форумы уҙа.


Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, юбилей тантанаһының гала-концертында Башҡортостандан Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығыш яһай. Коллектив Фәйзи Ғәскәров ҡуйған «Беҙҙең байрам» башҡорт бейеүен һәм Рәсәй халыҡтарының «Берҙәм ғаиләлә» бейеүҙәр сюитаһын башҡара.


Конгресс сиктәрендә сарала бөтә төбәктәрҙән милли ижтимағи берләшмәләр лидерҙары һәм активистар – Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының төбәк бүлексәләре, федераль милли-мәҙәни автономиялар, төбәк-ара һәм дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмалары, шулай уҡ бөтә кимәлдәге йәмәғәт палатары, төбәк һәм федераль власть органдары, ғилми һәм эксперт берләшмәләр, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Читайте нас