"Был китапты биш дана һатып алдым. Тиражы 2000 дана ғына, шуға аҙаҡ эҙләп йөрөмәгеҙ. Минең "Йәшел байлыҡ" тигән китап 2500 дана ине, 3 айҙа таралып юҡҡа сыҡты, хәҙер үҙемдә лә юҡ...
Китапта һеҙ яҙыусылар, шул иҫәптән минең менән булған мажаралы хәлдәр менән таныша алаһығыҙ. Бөлғанмы ул мажаралар, әллә Айгиз дуҫымдың шаштырыуымы, башҡалар аша белә алырһығыҙ. Сабир Шәрипов ағайыбыҙ тураһында шулай уҡ. Тик икебеҙ ҙә "булманы ундай ваҡиға" тип әйтмәйәсәк. Хәйерле сәғәттә!.. Рәхмәт һиңә, Айгиз ҡустыбыҙ!", — ти яҙыусы, журналист Дамир Шәрәфетдинов.