Ултырышта финанс мәсьәләләр, атап әйткәндә, 2019 йылға һәм 2021 йылға тиклемге план осорона Федерация субъекттарының бюджет тәьмин ителешен тигеҙләүгә дотациялар бүлеү алымдары, Рәсәй субъекттарының һәм муниципаль берәмектәрҙең һалым ташламалары һөҙөмтәлелеген баһалау, төбәктәрҙең ил Президентының майҙағы указдары менән ҡаралған милли проекттарҙа ҡатнашыуы тикшерелде.