Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзаһы, Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты, журналист, йәмәғәтсе Нияз Сәлимовтың нәшриәттә «Рухым – ырыҫым» исемле яңы китабы донъя күрҙе. Ғүмер ғәме, йәшәү тәме, мөхәббәт, изгелек һәм яуызлыҡ кеүек мәңгелек темалар тураһында уйлана шағир. Уның һәр әҫәрендә тиерлек яңғыраған заман заңы, рух балҡышы, фәлсәфәүи тәрәнлек, аһәңле йөрәк һүҙе китап уҡыусыларҙы битараф ҡалдырмаҫ.