Өфөлә ял көндәрендә 2,5 меңдән ашыу кеше «Еләкле тырыз» йәрминкәһендә булған. Ҡала халҡы ике миллион һумдан ашыу суммаға продукция һатып алған. Килемдең байтаҡ өлөшөн 11 тонна ер еләге һатыу тәшкил иткән.
«Иң ҙур уңыш Шаран районының «Шаран баҡсалары» фермер хужалығында. Һатыуға бөтәһе 11 тонна самаһы ер еләге килтерҙеләр, шул иҫәптән Шарандан 8,5 тонна. Шулай уҡ үҙҙәренең еләктәрен Балтас, Борай, Иглин, Кушнаренко, Нуриман һәм Өфө райондары ауыл хужалығы кооперативтары һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтары тәҡдим итте», — тип асыҡлыҡ индерҙе йәрминкәне ойоштороусылар.