Йәнтөйәк
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
17 Июля 2018, 06:19

Баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын игеҙәктәр фестиваленә саҡыралар

Башҡортостанда Ғаилә йылына арналған Игеҙәктәр фестивале 29 июлдә Өфөләге «Дим» мәҙәниәт һәм ял паркында уҙа. Байрамға килгән ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын төрлө конкурстар, уйын майҙансыҡтары һәм бөтә ғаилә өсөн күңел асыу саралары көтә, тип хәбәр итә Дим районы хакимиәте.


Фестивалдә ҡатнашыу өсөн алдан (347) 281-94-37 телефоны буйынса теркәлергә кәрәк. Башлана көндөҙгө сәғәт 2-лә.


Тағы ла бер игеҙәктәр фестивале Өфөлә был ял көндәрендә, 22 июлдә, «Тылсымлы донъя» паркында үтә. Башлана көндөҙгө сәғәт 2-лә.


Өҫтәп үтергә кәрәк, былтыр Башҡортостанда 3989 игеҙ һәм 3 өс игеҙ донъяға килгән.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.
Читайте нас