Башҡортостанда бер мандатлы округ буйынса 39 кандидат тәҡдим ителгән. Уларҙың 20-һе һайлауҙа үҙҙәре теләк белдереп ҡатнаша, ҡалғандары партияларҙан:
• «Үҫеш партияһы» — 9 кеше
• «Ватанды һаҡлаусылар» — 4 кеше
• «Хеҙмәт союзы» — 1 кеше
• «Граждандар платформаһы» — 1 кеше
• «Рәсәй ветерандары партияһы» — 2 кеше.
Алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауға кандидаттарҙы һәм кандидаттар исемлеге тәҡдим итеү дауам итә.
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.