Күренекле #башҡорт_шағиры, СССР-ҙың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Зәйнәб Биишева, Сергей Чекмарёв, Рәми Ғарипов, Фәтих Кәрим, Мәжит Ғафури, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев һәм Назар Нәжми исемендәге премиялар лауреаты, Ҡырмыҫҡалы районының почётлы гражданы #Ирек_Кинйәбулатовтың тыуыуына – 80 йыл! Арҙаҡлы ҡәләмдәшебеҙҙе иҫкә алайыҡ!
Әҙиптең һуңғы төйәге тыуған ерендә - Ҡырмыҫҡалы районының Абдулла ауылында урынлашҡан. Ирек Кинйәбулатов ике йыл элек, 2016 йылдың 2 июнендә яҡты донъянан китеп барҙы. Шағир үҙен тыуған төйәгендә — Абдулла ауылында ерләргә васыят әйтеп ҡалдырған.
Күпме батыр, бахыр күргән,
Ерһеҙ ҡалыу — илһеҙ, телһеҙ —
Баш осонда, керпек ҡаҡмай,
Һәр кем теләй донъя төҙәтергә,
Кешеләргә төрлө аҡыл бирә,
Тик башҡанан күрә бөтәһен дә,
Тырнаҡ аҫтындағы керҙе лә.
Башҡаларҙың мең ғәйебен белә,
Үҙенекен белмәй бөтөнләй.
Бөтәһенән тик яманлыҡ көтә,
Ә үҙенән, имеш, көтөлмәй.
Үҙемде лә шулай түгелмен, тип,
Тормам аҡланырға йыйынып.
Барыбыҙ ҙа шулай икәнлекте,
Шуны таныу — иң-иң ҡыйыны.
Бер ни булмаҫ, йәшәрмен мин,
Эргәбеҙҙә үлем ҡорбан эҙләй,
Һуғылырға белмәй кемгәлер.
Әллә нишләп һәр кем үҙе уны
Эҙләп йөрөй һымаҡ ниңәлер.
Төрлө юлда төрлө кешеләрҙе
Көн дә беҙҙе бер үк шомдар көтә,
Баҙап ҡалам бала-сағалай.
Ҡайҙа китһәм, мин нишләрмен икән,
Шул бер һорау мине һағалай.
Тура китһәм, ҡайҙа илтер икән,
Уңға китһәм микән уңырмын.
Юл күрһәткес ҡуйылмаған бында,
Ҡайҙа уңып, ҡайҙа туңырмын.
Үлем кемде эҙләп сыҡты икән,
Нисек яҙлыҡтырып ҡалырға.
Нисек йәшәргә һуң ҡурҡмайынса,
Нисек кемдән һабаҡ алырға?
Шомло заман, шомло юлдан барам,
Кемдән белеп, ҡайҙа борорға.
Эшем тауҙай, ҡайһы юлдан китеп,
Эште бөтмәй үлмәй торорға.
Үткәндәрҙе кемдәр һағынмай ҙа,
Үткәндәрҙе кемдәр иҫләмәй.
Кемдәр генә уйылып та китмәй,
Кемдәр көрһөнмәй ҙә хисләнмәй?
Бала саҡтар майлы-баллы түгел,
Башта — өлкәндәрҙең хәсрәте.
Ниҙәр генә күрһәтмәне ул саҡ,
Күҙебеҙҙә уттар сәсрәтеп.
Артабан да арҡабыҙҙан һөйөп,
Тормош көлөп кенә торманы.
Тик шуныһы: йырмаҫ ауырлыҡтар,
Аша сыҡмаҫ кәртә ҡорманы.
Тормош шулай килде, шулай бара,
Үкенестәр бөтмәй-бөтмәгәс.
Үткәндәргә ниңә ҡайтырға һуң,
Унда һине бер кем көтмәгәс.
Яҡшы нәмә тик хыялдан тыуған,
Барыһы ла уйҙан тыуғандар.
Әлмисаҡтан алып бөгөнгәсә
Тик хыяллы юлды ҡыуғандар.
Ниҙәр һаташтырмай, ниҙәр килмәй
Ғәмәлгә лә ашмаҫ хыял менән
Кешелекте яуҙан ҡотҡарырға,
Ә кешегә быға тиклем юҡты,
Барлыҡ теләгәнен табырға.
Был уйҙарҙы шағир ғына уйлай,
Күҙ алдына килмәй — хыял хаҡын
Мин бөткәнсе белгем килде барын,
Баш ватырға бер сер ҡалмаҫлыҡ.
Һәм бөткәнсе һәр саҡ асыҡ булдым,
Ҡабат-ҡабат һорау алмаҫлыҡ.
Көн битендә өмөтһөҙлөк менән
Булмаҫтайҙы кемдән көткәнсе,
Ағыуҙы ла, дарыуҙы ла һәр саҡ
Белә күрә эстем бөткәнсе.
Сәхнәләрҙә тәүге күренеүҙән,
Ҡабаланып, “йондоҙ” тинеләр.
Күҙ тейҙеме — балҡыманы аҙаҡ,
Йондоҙ тигән исемдәрҙе һәр саҡ
Һаҡ булырға иртә тағыуҙан.
Кешеләргә иртә маҡтау ҡай саҡ