Башҡортостандың Федоровка районында 12 йәшлек малайҙың өҫтөнә кирбес стена емерелеп төшкән. Республика буйынса Тәфтиш комитеты хәбәр итеүенсә, Златоустовка ауылынан 12-14 йәштәрҙәге дүрт үҫмер мәктәп биләмәһендә уйнап йөрөгән. Кирбестән эшләнгән бәҙрәф эргәһендә булғанда, уның стенаһы емерелеп төшкән, уҡыусыларҙың береһе йәрәхәтләнгән һәм дауаханаға оҙатылған.