Башҡортостанда 10 июлдә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының елдең көсәйеүе тураһында иҫкәртеүе үҙ көсөндә ҡала. Атап әйткәндә, шишәмбе республиканың ҡайһы бер райондарында ҡойма яуын һәм йәшен көтөлә, ел көсәйгәндә секундына 17 метрға етә.
«Һауа температураһы көндөҙ 23-28°. Юлдарҙа урыны менән томан, күреү мөмкинлеге 500-1000 метр», — тип асыҡлыҡ индерҙе ведомство белгестәре.
Өфөлә 10 июлдә йәшен менән болотло һауа торошо фаразлана: термометр күрһәткесе 22-25 градус билдәһендә урынлашасаҡ.
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.