27 июлдә, популяр йырсы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Хәниә Фәрхи вафат булған көндө уның ҡәберенә һәйкәл ҡуялар.
«Беҙ уны иртәрәк, 27 майҙа ҡуйырға ниәтләнгәйнек, әммә техник сәбәптәр буйынса кисектерергә тура килде», — тип һөйләне «Челнинские известия» баҫмаһына Ғабдулхай.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, милли эстраданы үҙ итеүселәрҙең иң яратҡан артисы 2017 йылдың йәйендә Башҡортостанға әсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡанда бик иртә яҡты донъянан китеп барҙы. Хәниә Фәрхигә 57 йәш ине.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.