Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
4 Июль 2018, 10:45

Өфөлә күлдә алты йәшлек малай батып үлгән

3 июлдә Өфөнөң Дим районында «Карьер» күленең йыһазландырылған пляжында бала менән бәхетһеҙлек булған. Кискеһен һуң ғына һыу ятҡылығы эргәһендә бер төркөм ял иткән, улар араһында ата-әсәләре менән алты йәшлек малай ҙа булған.


Ҡала хакимиәте сайтында хәбәр ителгәнсә, бала яңғыҙы, ата-әсә ҡарауынан тыш һыу инергә киткән. Күпмелер ваҡыт үткәс ата-әсә сабыйҙың юғалыуын күреп ҡалған. Улар урында дежурҙа булған ҡотҡарыусыларға мөрәжәғәт иткән, тегеләре шунда уҡ баланы эҙләй башлаған. Малайҙы һыуҙа тапҡандар. Уға шунда уҡ беренсел медицина ярҙамы күрһәтелгән, әммә ашығыс ярҙам машинаһында ул йән биргән.


Ведомство өфөләргә ябай ғына һыуҙа үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре хаҡында хәтергә төшөрә: төбө тикшерелгән, һыу инеү зонаһын билдәләүсе ҡалҡыуыстар ҡуйылған һәм ҡотҡарыусылар даими дежур иткән махсус йыһазландырылған һыу инеү урындарында ғына һыу инергә, шулай уҡ бер ниндәй осраҡта ла балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа.


«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас