Венгрияның Секешфехервар ҡалаһында халыҡ-ара кимәлендә яраштар тамамланды. Уларҙың һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан спорты тәрбиәләнеүсеһе, Бөрө ҡалаһы егете Данил Лысенко «көмөш» яуланы. Ул 2 метр 32 сантиметр бейеклеккә һикерҙе.
Республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы сайтында хәбәр ителгәнсә, миҙгелдә икенсе тапҡыр 2 метр 40 сантиметр бейеклеккә һикергән Катаранан Мутаз Баршим еңеү яуланы. Өсөнсө урында – Австралиянан Брэндон Старк, ул да Данил Лысенко кеүек 2 метр 32 сантиметр бейеклеккә һикерҙе, әммә яҡташыбыҙҙан маташып ҡарауҙар буйынса еңелде.