Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Новости
3 Июль 2018, 08:04

Владимир Путин Башҡортостандан сенаторҙы II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы

Рәсәй Президенты Владимир Путин өс йөҙҙән ашыу кешене дәүләт нагрдаһы менән бүләкләне, улар араһында ун парламентарий. Тейешле указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡҡан, тип хәбәр итә «Парламент гәзите».


Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса төбәктәр палатаһы комитетының беренсе урынбаҫары, Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы менән бүләкләнде.


Парламентарийҙар награданы Рәсәй дәүләтселеген нығытыуҙа, парламентаризмды үҫтереүҙә өлгәшкән ҡаҙаныштары һәм әүҙем закон сығарыу эшмәкәрлеге өсөн алды, тиелгән бүләкләү тураһындағы указда.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.
Читайте нас