Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
3 Июль 2018, 11:23

Башҡортостан «Китап» нәшриәте Мәскәүҙә илдең төп китап форумында — «Ҡыҙыл майҙан»да ҡатнаша

Бөгөн Мәскәүҙә IV «Ҡыҙыл майҙан» китап фестивале асылды. Быйыл форумда Рәсәйҙең 45 төбәгенән нәшриәттәр ҡатнаша, улар 100 меңдән ашыу китап тәҡдим итә.


Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте — илдең төп китап форумында әүҙем ҡатнашыусы. «Китап» нәшриәте стенды «Рәсәй төбәктәре» исемле 17-се павильонда урынлашҡан.


«Әле беҙ баш ҡаланың төп майҙанында, фестивалде асыу тантанаһында. Беҙ ошо сарала йыл һайын ҡатнашабыҙ, илебеҙ халҡын үҙ продукциябыҙ менән таныштырабыҙ. Бында беҙ Татарстан, Удмуртия, Сыуашстан, Чечня, Саха (Яҡутстан) вәкилдәре менән күршеләш» — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына нәшриәт директоры Илһам Йәндәүләтов.


Нәшриәт етәксеһе билдәләүенсә, мәскәүҙәр Башҡортостан нәшриәте продукцияһы менән әүҙем ҡыҙыҡһына, рус һәм башҡорт, шулай уҡ татар телдәрендәге китаптарҙы һатып ала.


«Китап уҡыусыларҙы айырыуса башҡорт сәнғәтенә, мәҙәниәтенә, тарихына, этнографияға, республиканың танылған шәхестәренә арналған баҫмалар йәлеп итә. Төньяҡ амурҙары — 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусылар тураһында китаптарҙы ҙур теләк менән һатып алалар, — тине Илһам Йәндәүләтов. — Балалар әҙәбиәтенә һорау ҙур, беҙ уларҙы башҡорт, рус, инглиз телдәрендә параллель рәүештә сығарабыҙ. Был балаларын туған телдә уҡытырға теләгән ғаиләләргә ҙур ярҙам».


Мәскәүҙә «Ҡыҙыл майҙан» фестивале 31 майҙан 3 июнгә тиклем бара. Фестиваль А.С. Пушкиндың һәм Рус теле көнө уңайынан ойошторолған. Сарала яҙыусыларҙың 2018 йылда билдәләнгән юбилейҙарына баҫым яһалған. Быйыл Максим Горькийҙың тыуыуына — 150, Иван Тургеневҡа — 200 һәм Нобель премияһы лауреты Александр Солженицындың тыуыуына 100 йыл тула.


Фестиваль программаһы уҙған йыл менән сағыштырғанда һиҙелерлек үҙгәргән: фестиваль барышында 500-гә яҡын сара уҙғарыла. Ҡунаҡтарҙың һәммәһе лә фестивалдә зауығына ярашлы китап таба ала.


«Ҡыҙыл майҙан»ға инеү ирекле.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева.
Читайте нас