Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Новости
29 Июнь 2018, 08:13

Республикала аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән колледж студенттары бушлай туҡланыу менән тәьмин ителә

Башҡортостанда квалификациялы эшселәр һәм хеҙмәткәрҙәр әҙерләү программалары буйынса урта профессиональ белем алыусы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе студенттар бушлай туҡланыуға иҫәп тота ала. Республиканың «Мәғариф тураһында»ғы законына тейешле төҙөтмәләрҙе Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары ҡабул итте. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов документҡа ҡул ҡуйҙы.


Льгота йән башына уртаса килеме йәшәү минимумы дәүмәленән артмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе бюджет бүлегендә уҡыған уҡыусыларға ҡағыла. Бындай студенттарҙы бушлай туҡланыу менән тәьмин итеү тәртибен Башҡортостан Хөкүмәте билдәләй.


Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова һүҙҙәренсә, урта махсус белем биреү йорттары уҡыусылары араһында ғаиләләренең табышы түбән булған балалар күп, шуға бушлай туҡланыу менән тәьмин итеү улар өсөн айырыуса көнүҙәк. Шуның менән бәйле студенттар өсөн социаль шарттарҙы яҡшыртыу эшсе һөнәрҙәрҙе популярлаштырыуға һәм абруйын күтәреүгә булышлыҡ итә.


«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Читайте нас