Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
29 Июнь 2018, 13:17

Башҡортостанда тағы ла эҫе көндәр башлана

Алдағы ял көндәрендә Башҡортостанға эҫе кире ҡайта, һауа температураһы йәнә 30 градусҡаса күтәрелә.

Дүшәмбе, 2 июлдә, көндөҙ һауа 29-34 градусҡа тиклем йылына. Аҙна уртаһында республикала йәшенле ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ яуыуы, елдең көсәйеүе көтөлә. Шунан һуң эҫе йәнә һүрелә.


Уҙған аҙнала төбәктә һауа температураһы 27-34 градусҡа етте. Республиканың баш ҡалаһында термометр бағанаһы был көндәрҙә 30-32 градусты күрһәтте. 28 июндә көндөҙ республикала урыны менән насар метеорологик күренештәр — йәшен йәшнәүе, елдең тиҙлеге секундына 18 метрға етеүе, 3-5 миллиметрлыҡ боҙ-борсаҡ яуыуы күҙәтелде. Өфө-Гидрометүҙәк посында боҙҙоң диаметры 10 миллиметрға етте, шулай уҡ көслө ямғыр яуҙы.


/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.
Читайте нас