Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
27 Июнь 2018, 08:26

Төбәктә йәшен йәшнәүе һәм боҙ-борсаҡ яуыуы көтөлә

Башҡортостанда шаршамбы, 27 июндә, синоптиктар ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуын, ҡайһы бер райондарҙа йәшен йәшнәүен фаразлай. Елдең төньяҡтан уртаса тиҙлектә иҫеүе көтөлә, йәшендә көсәйеүсән.


Һауа температураһы көндөҙ 27-32° тәшкил итә. Эҫе көндәр дауам итә.


28 июндә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен булыуы, көндөҙ урыны менән боҙ-борсаҡ яуыуы ихтимал, тип хәбәр итә Башгидромет. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә 15-20°, көндөҙ 24-29°.


Йома көндө боҙ-борсаҡ, йәшен булыуы мөмкин.


Һауа температураһы төндә 11-16°, көндөҙ 22-27°.


ӨФӨ, 2018 йыл, 27 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.
Читайте нас