Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында 2018 йылдың биш айында республикала халыҡҡа диспансеризация уҙғарыуға йомғаҡ яһалды.
Диспансеризацияның беренсе этабын (граждандарҙа хроник сирҙәрҙең билдәләре асыҡлана) 310 кеше үткән — пландың 43%.
22 меңдән ашыу ауырыу осрағы тәүге тапҡыр асыҡланған. Беренсе урында ҡан әйләнеше системаһы сирҙәре — улар 29,7% тәшкил итә, икенселә — эндокрин системаһы ауырыуҙары (22,4%), өсөнсөлә — нервы системаһы сирҙәре (10,8%).
Социаль әһәмиәтле ауырыуҙар араһында яман шеш (84), туберкулез (3), шәкәр диабеты (402), гипертония (3747) һәм йөрәктең ишемик сире (594) асыҡланған, тип хәбәр итте Башҡортостандың һаҡлыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Юлия Кофанова
Ағымдағы йылда бөтәһе 722 меңдән ашыу кешене тикшереү күҙаллана.
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,Эльмира Сабирова/.