Башҡортостан халҡы бына инде бер аҙна ысын йәйге эҫелек менән рәхәтләнә. Көндөҙ термометр күрһәткесе +31 градустан юғары күтәрелә. Бындай һауа торошо, «Гисметео» порталы мәғлүмәттәре буйынса, Өфөлә киләһе аҙна аҙағына тиклем һаҡлана. Һирәк-һаяҡ ямғыр болоттары килеп сығыуы мөмкин.
Эҫелек киләһе ял көндәрендә сигенә. Атап әйткәндә, 7 июлдә һауа температураһы 18 градусҡаса төшә. 8 июлдә термометр күрһәткесе +13 градус билдәһендә туҡтай. Бындай һауа торошо дүрт көн дауам итә. Һуңынан республиканың баш ҡалаһына йәнә 30 градуслы эҫе көндәр ҡайта.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.