Башҡортостанда 3 мең 290 участка комиссияһы ойошторолдо. Республика биләмәһендә бөтәһе 3 мең 391 участка комиссияһы, уларҙан яңы составҡа 3 мең 290-ы булдырылды, тип хәбәр иттеләр Үҙәк һайлау комиссияһында.
Яңы комиссияларға хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә 27 518 ағза инде. Участка һайлау комиссияларын ойошторғанда 15 сәйәси партия, шулай уҡ йәмәғәт берләшмәләре, урындағы үҙидаралыҡ органдары, һайлаусылар ҡатнашты.
Участка һайлау комиссияһы ағзаларының 77 проценты һайлау комиссияларында эшләү тәжрибәһенә эйә. Яртыһынан күбәрәге (52,17 процент) юғары белемле, шул иҫәптән 711 кеше (2,58 процент) юғары юридик белемле.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.