Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
25 Июнь 2018, 11:54

Футбол буйынса донъя чемпионаты: бөгөн Рәсәй йыйылмаһы Һамарҙа Уругвай командаһы менән уйнай

Рәсәй һәм Уругвай йыйылмалары бөгөн, 25 июндә, «Һамар-Арена»ла футбол буйынса донъя чемпионатындағы баштағы этапта А төркөмөнөң һуңғы матчында уйнай.


Ике команда ла, икешәр еңеү яулап, алдан финалдың 1/8 өлөшөнә сыҡты. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй ике осрашыуҙа һигеҙ туп индерҙе, ә Уругвай – ике.


Рәсәй йыйылмаһының баш тренеры алдағы көндә үткән матбуғат конференцияһында уругвайҙар менән матчҡа команда составын ентекләп һөйләмәне, медицина штабы кәңәштәренән сығып, иң әҙерҙәрҙең уйнауын билдәләне. Станислав Черчесов чемпионаттағы мөһим уйын тороуын һәм ярышташты һайлау мөмкинлеге булмауын әйтте.


Матчтың баш арбитры итеп Сенегалдан Маланг Дьеиу тәғәйенләнгән. Осрашыу Мәскәү ваҡыты буйынса 5 тула 20 минуттан башлана.


Плей-офта Рәсәй командаһының Испания, Португалия йәки Иран йыйылмалары менән осрашыуы ихтимал. Финалдың 1/8 өлөшөндә беҙҙең йыйылманың ярышташтары һуңыраҡ – В төркөмөндәге һуңғы матчта билдәле була, улар киске сәғәт 9-ҙа (Мәскәү ваҡыты) башлана.

«Башинформ».
Читайте нас