Төбәктә барометр күрһәткестәре күтәрелә, яуым-төшөм ихтималлылығы кәмей, болоттар һирәгәйә, ә температура режимы климат йүнәлешенә ҡайта. Дүшәмбе, 25 июндә һауа температураһы 30 градусҡаса күтәрелә, алдағы көндәрҙә һауа тағы ла нығыраҡ йылына. Төндә лә йылы – 13-18 градус. Республика буйынса урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. «Башинформ».