Юғары технологик медицина ярҙамын финанслау 2011 йылдан алты тапҡырға артты. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Медицина хеҙмәткәре көнөнә арналған йыйылышта хәбәр итте.
— 2011 йылдан финанслау алты тапҡыр артты. 23 һаулыҡ һаҡлау учреждениеһында юғары технологик ярҙам күрһәтелә, – тине төбәк етәксеһе. – Һуңғы биш йылда 151 – бөйөр, 16 – йөрәк һәм 14 бауыр күсереп ултыртыу операцияһы яһалған.
2018 йылдың 1 ғинуарында Республика медицина-генетика үҙәге асылды, ул генетик паспортлаштырыу, ДНК-диагностика һәм республикала йәшәүселәрҙең сәләмәтлек мониторингы йүнәлешендә яңы мөмкинлектәр аса, тип хәтергә төшөрҙө Рөстәм Хәмитов.
Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында Волга буйы федераль окргуында беренсе Робот хирургия үҙәге эшләй башланы. Унда «Да Винчи» медицина роботы ярҙамында 50-нән ашыу операция яһалған.
- Яңы иҫкәртеү, диагностикалау, дауалау алымдары әүҙем индерелә, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Оло йәштәге кешеләр диспансеризацияны өс йылына бер тапҡыр түгел, ә йыл һайын үтәсәк. Балалар һаулығына айырым иғтибар бүленәсәк, әлбиттә.
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.