Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Новости
13 Июнь 2018, 09:15

Тағы ла бер «Ҡара Иҙел». Яңы шифахана төҙөлөшөнөң презентацияһы үтте

Ҡариҙел районының тәбиғәте күптәрҙе йәлеп итә. Беҙгә ял итергә, ҡала шау-шыуынан арынырға һәм көс-ҡеүәт йыйырға киләләр. Әммә беҙҙең үҙенсәлекле, экологик яҡтан таҙа яҡта туризмды үҫтереү өсөн ҙур потенциал барлығын күреүселәр ҙә бар.

Туризм район иҡтисадының төп йүнәлештәренең береһе булып тора. Әлеге ваҡытта беҙҙең территорияла ун биш төрлө база һәм ял йорто эшләй, ваҡиғалы туризм, ҡыҫҡа ваҡытлы һәм аҙ сығымлы ял төрҙәре үҫешә. Ә киләсәктә Байҡы йылғаһы ярында “Ҡара Иҙел” шифахана-профилакторийы барлыҡҡа килергә тейеш. Ошо урында бындай учреждение төҙөү “Союз” инвестиция компанияһы (Санкт-Петербург) вәкиле, яҡташыбыҙ Р. Миңләхмәтов идеяһы.

Күптән түгел объектты төҙөү презентацияһы үтте. Унда район хакимиәте башлығы И. Ғарифуллин, Р. Миңләхмәтов, «Ҡара Иҙел» шифахана-профилакторийы директоры Ю. Солтанов, Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, проект төҙөү ойошмалары вәкилдәре һәм башҡа ҡыҙыҡһынған кешеләр ҡатнашты.

Илдар Вил улы үҙенең сығышында Ҡариҙел районында туризмды үҫтереү өсөн яҡшы шарттар барлығы, ә яңы күперҙе сафҡа индереү был өлкәлә яңы этәргес буласағын билдәләне. Бынан тыш, һауыҡтырыу йорто төҙөү яңы эш урындары булдырырға, муниципалитеттың һалым базаһын тулыландырырға мөмкинлек бирәсәк. Шулай уҡ кесе эшҡыуарлыҡты һәм ауыл хужалығын үҫтереүгә этәргес булып торасаҡ, сөнки шифахана-профилакторийҙа ял итеүселәрҙе туҡландырыу өсөн урында етештерелгән продукция ҡулланыу планлаштырыла.

Сараға йыйылыусыларҙы комплексты төҙөү пландары менән проект ойошмаһы вәкиле В. Байламух таныштырҙы. Киләсәктә Байҡы йылғаһы буйында 250 кешелек өс биш ҡатлы корпус, хакимиәт бинаһы, пляж һәм учреждение эшмәкәрлеге өсөн кәрәкле спорт майҙансығы, парковка, ял һәм күңел асыу урындары барлыҡҡа киләсәк. Проект төҙөүселәр балсыҡҡа, һыуға кәрәкле анализ яһаны, территорияны үҫтереү планын булдырҙы һәм июндә беренсе корпусты төҙөй башларға ниәтләйҙәр.

«Ҡара Иҙел»дә ҙур һауыҡтырыу программаһы тормошҡа ашырыласаҡ. Был — беҙҙең зәңгәр балсыҡ, (билдәле булыуынса, район территорияһында ул етерлек, ә үткәрелгән анализ уның һауыҡтырыу сифаттарын раҫлай), аҙ минераллы һыуҙар менән дауалау, физиотерапия процедуралары, һауыҡтырыу-физкультура комплексы, тоҙ шахталары, массаждар. Бирелә медицина хеҙмәткәрҙәренең ҙур төркөмө эшләйәсәк. Улар пациенттарға консультациялар бирәсәк, һауығыу барышын күҙәтеп торасаҡ.

Ҡунаҡтар билдәләүенсә, улар үҙ эшен ерле үҙидара органдары һәм муниципалитеттың тауарҙар һәм хеҙмәттәр етештереүселәре менән тығыҙ бәйләнештә алып барасаҡ. Шифахана-профилакторий етәкселеге төп баҫымды тәбиғилеккә, тыуған еребеҙҙең экологик таҙалығына һәм үҙенсәлегенә яһай.

Юғарыла билдәләнеүенсә, беренсе корпусты июндә төҙөй башларға планлаштыралар. Оҙаҡламай «Ҡара Иҙел» ҡариҙелдәрҙең генә түгел, ә теләге булған һәр кемдең яратҡан ял урынына әйләнер, тип өмөтләнәбеҙ.

Регина Шәйҙуллина.
Читайте нас