Өфөлә 12 июндә Совет районының 80 йыллығына арналған «Салауат вариҫтары» Бөтә Рәсәй асыҡ турниры уҙҙы. Көнө буйына бөтә Рәсәйҙән йыйылған йөҙҙән ашыу көрәшсе еңеү һәм төп бүләк — «Лада Гранта» автомобиле өсөн көс һынашты.
Район хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ярыш йомғаҡтары буйынса һәр ауырлыҡ категорияһында еңеүселәр һәм призерҙар билдәләнде. Ойоштороусылар уларға кубоктар, миҙалдар, грамоталар һәм бүләктәр тапшырҙы. Ульяновск өлкәһенән Сергей Павлик турнирҙың абсолют еңеүсеһе исеменә лайыҡ булды. Ул төп приз – билбау һәм илебеҙҙә етештерелгән автомобиль асҡысын алды.
Турнирҙы ойоштороусылар – Совет районы хакимиәте, Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, «Башҡортостан Республикаһының Көрәш һәм билбаулы көрәш буйынса спорт федерацияһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина.