12 июндә Өфө 444-се тыуған көнөн һәм Рәсәй көнөн билдәләй. Июнь айында Салауат Юлаев көндәре лә билдәләнә. Бынан тыш, баш ҡалабыҙҙағы «Рәсәй – минең тарихым» мультимедиалы тарихи паркына теүәл бер йыл тула. Ошо уңайҙан паркка иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 7-гә тиклем бушлай инергә мөмкин.
«Көндөҙгө сәғәт 12-лә концерт программаһы башлана. Өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары өсөн «Million Voices» вокал академияһы, «Art-dance and Voice» эстрада бейеүе һәм йыр студияһы уҡыусылары, «Спартанлылар» коллективы сығыш яһай, парктан һәм уның партнерҙарынан бүләктәр уйнатыла», — тип һөйләнеләр «Рәсәй – минең тарихым» паркының матбуғат хеҙмәтендә.
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.