Кисә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «ВДНХ-Экспо» күргәҙмә комплексында барған Халыҡ-ара экологик форумдың пленар ултырышында сығыш яһаны.
«Иң яҡшы технологиялар: экология йәки иҡтисад» пленар ултырышында сәнәғәт предпрятиеларының экологик сәйәсәте, «йәшел иҡтисад» үҫешенең иҡтисади дәртләндергес саралары, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү өлкәһендә заманса проекттар мәсьәләләре ҡаралды.
— Форумдың атамаһында билдәле бер провокация бар: иҡтисад йәки экология. Аңлауымса, һис шикһеҙ, «йәки» урынына «һәм» теркәүесе торорға тейеш: экология һәм иҡтисад. Бер һүҙһеҙ, был тормошобоҙҙоң иң ҙур, мөһим өлөштәре, – тине Рөстәм Хәмитов. – Республикабыҙҙа ошо терминдар бер нисек ҡара-ҡаршы тормай. Беҙ – дәүләт власын, сәнәғәт предприятиеларын, бизнесты, фәнде күҙ уңында тотҡанда – «йәшел иҡтисад»тың сифатлы яңы экологик, хәүефһеҙ нигеҙен төҙөү өсөн бөтә юлдарҙы эҙләйбеҙ. Был бик ҡатмарлы, ҡайһы берҙә бәхәсле, ҡайһы саҡта драмалы юл.
Республика Башлығы һүҙҙәренсә, иҡтисади һәм экологик алымдарҙың осрашыуы йыш ҡына ҡотолғоһоҙ. Был осраҡта төбәк власы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарашына таяна.
— Президентыбыҙ Владимир Владимирович Путин бөтә оҡшаш осраҡтарҙа, мәҫәлән, Сочиҙа олимпия объекттарын төҙөгәндә, һәр саҡ «аҡса йәки экология» критерийҙарының өҫтөнлөгөн билдәләгәндә һайлау бер һүҙһеҙ тирә-яҡ мөхитте һаҡлау файҙаһына эшләнергә тейеш тигән аңлатма бирә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Башҡортостан үҙенең инвестиция, иҡтисади сәйәсәтендә нәҡ ошо принциптан сығып эшләй. Тағы бер ҡат ҡабатлайым: иҡтисад та, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау ҙа. Әммә һүҙ кешеләрҙең ғүмере тураһында барғанда, һис шикһеҙ, экологик нигеҙҙе һайлайбыҙ. Башҡортостан Республикаһында экологик яҡтан зыянлы етештереү урындары барлыҡҡа килеүгә, йәки ғәмәлдәге предприятиеларҙың тирә-яҡ мөхиткә һәм граждандар һаулығына асыҡ хәүеф булдырыуына юл ҡуймайбыҙ тип яуаплы белдерәм. Был беҙҙең ҡаты һәм принципиаль ҡараш, унан тайпылмайбыҙ.
Республика Башлығы шулай уҡ III «Экология. Технологиялар. Тормош» махсуслаштырылған күргәҙмә экспозицияһы менән танышты, оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар менән аралашты. Атап әйткәндә, Республика балалар экологик-биологик үҙәк стендында үҫмерҙәр өсөн «Экоүҫеш» гәзите күрһәтелгән. Уны «Иҡтисади журналистика мәктәбе» ҡатнашыусылары сығара. «Экоүҫеш» – балалар өсөн «Подрост» экологик гәзитенең дауамы. Уны ойоштороу башланғысын Рөстәм Хәмитов 1990-сы йылдарҙа Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм экологик именлек министры булып эшләгән саҡта хупланы. Төбәк етәксеһе баҫманы яҡынлашып килгән 20 йыллығы менән ҡотланы һәм йәш журналистарға уңыштар теләне.
8 июнгә тиклем дауам иткән форумдың программаһына 16-ға яҡын эшлекле сара инә, шул иҫәптән илдең төрлө төбәктәренән экология буйынса алдынғы белгестәр ҡатнашлығында панель һүҙ көрәштереү майҙансыҡтары һәм түңәрәк өҫтәлдәр. Бынан тыш, форум сиктәрендә «Планетаңды һаҡла» балалар фестивале, «Башҡортостандың тейелмәгән тәбиғәте» фотокүргәҙмәһе, «Донъяға тәҙрә» хәйриә акцияһы, «Республиканың 100 ҡатын-ҡыҙы: көс һәм наҙлылыҡ» фотопроектының дүртенсе бүлеге – «Бәхет өләшеүселәр» асыҡ экспозицияһы, оҫталыҡ дәрестәре, халыҡ өсөн лекциялар һәм семинарҙар үтә.
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.