Йәнтөйәк
+24 °С
Дождь
Антитеррор
Новости
6 Июня 2018, 11:52

Республикала «Ватанды яратырға кәрәк!» тигән конкурс иғлан ителде

Башҡортостанда ЛДПР-ҙың төбәк бүлексәһе «Ватанды яратырға кәрәк!» тигән конкурс иғлан итте. Ул Рәсәй көнөнә бағышланған. Был илдә хәҙерге дәүләт байрамдарының иң мөһиме булып тора тип иҫәпләйҙәр партияла.


Конкурсты ойоштороусылар Ватанға ҡарата үҙеңдең йылы хис-тойғоларыңды рәсемдә белдерергә, проза йәки шиғырҙар менән йәғни башҡа ижади әҫәрҙә тасуирларға саҡыра. Бәйгелә кесеһенән олоһона тиклем барлыҡ теләүселәр ҡатнаша ала, иң мөһиме, эштең билдәләнгән темаға ярашлы булыуы.


Эштәр 2018 йылдың 11 июненә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450008, Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 18-се йорт, E-mail: apparat@ldpr-rb.ru. Һөҙөмтәләр 12 июндә иғлан ителә.


Иң яҡшы эштәр иҫтәлекле ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнә.


«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева.
Читайте нас