Рәсәй Президенты Владимир Путин менән «тура бәйләнеш»кә килгән шылтыратыуҙар һәм хәбәрҙәр һаны 1 миллиондан артып киткән, тип хәбәр итә «РИА Яңылыҡтар» сараның ойоштороусыларға һылтанып.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йыл һайын уҙғарылған «Рәсәй Президенты Владимир Путин менән тура бәйләнеш» махсус программаһы 7 июндә Мәскәү ваҡыты буйынса төштә башлана. Дәүләт башлығы рәсәйҙәр менән аралашыу барышында уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирә.
Дүшәмбе көндө сәғәт киске 6-ға ҡарата 583858 шылтыратыу, 240002 SMS, шулай уҡ MMS формаһында 22692 хәбәр килгән.
Бынан тыш, ҡушымта аша видео форматында 5472 хәбәр килгән, видеодиалог ярҙамында 4596 һорау ебәрелгән.
Президентҡа һорау биреү мөмкинлеге менән махсус сайтта 97800 тапҡыр ҡулланғандар.
Ойоштороусылар билдәләүенсә, социаль селтәрҙәр аша текст менән – 26309, видео форматында 751 хәбәр килгән. Ҡушымта аша ебәрелгән һорауҙар һаны 25061 булған.
Дәүләт башлығына нисек һорау биреү тураһында һылтанма буйынса уҡығыҙ.
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.