«Салауат юлдары буйлап» киноэкспедицияһының ижади төркөмө Татарстан Республикаһы, Сыуашстан, Түбәнге Новгород ҡалаларында бер төркөм сара үткәрҙе һәм бөгөн Владимирға килеп етте. Иң тәүҙә Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында булды.
Киноэкспедицияны Тыуған яҡты өйрәнеү музейы алдында тантаналы рәүештә ҡаршы алдылар. Республикала билдәле тарихсы-тыуған яҡты өйрәнеүсе Рөстәм Камалов Илеш музейы буйлап экскурсия үткәрҙе.
«Ул Крәҫтиән һуғышы менән бәйле урындар тураһында ентекләп һөйләне. Улар районда аҙ, ә байтаҡ ауыл халҡы шул заманда Салауат Юлаев ғәскәре составында булған», — тип һөйләне экспедицияла ҡатнашыусы Зөһрә Бураҡаева.
Башҡортостан Кинематографистар союзы рәйесе Фәрит Ғәбитов «Перовский» бейеүен башҡарҙы.
Мемориалға сәскә һалдылар һәм район китапханаһында осрашыу булды.
Бер нисә сәғәттән һуң экспедиция Татарстан Республикаһының Минзәлә ҡалаһында ине. Тыуған яҡты өйрәнеү музейында ҡунаҡтарға Өфө губернаһы заманында йәрминкә каруселен, фотоательены, сауҙагәр кибетен, дворяндарҙың ҡунаҡ бүлмәһен күрһәттеләр.
Ижади төркөм ҡаланы Емельян Пугачев ғәскәренән һаҡлаған урынды төшөрҙө.
Кискеһен фильм күрһәтеү, Роберт Юлдашев һәм «Guzel Dance» төркөмөнөң концерты менән сара уҙҙы.
Татарстандың баш ҡалаһында ике көн эсендә ижади төркөм Ҡазан Кремлендә, Салауат Юлаев тураһында тәүге китап сыҡҡан данлыҡлы университетта эшләне.
«Салауат юлдары буйлап» киноэкспедицияһы Рәсәй һәм Эстония ҡалалары буйлап – Салауат Юлаевты һәм уның атаһы Юлай Аҙналинды мәңгелек каторгаға алып барған урындар буйлап йөрөй. Сәйәхәт 30 майҙа башланды. Бөгөн һәм иртәгә экспедицияла ҡатнашыусыларҙы Владимир ҡалаһы ҡабул итә. Кино төркөмөнөң сәйәхәте 21 көн дауам итә. Башҡортостан Кинематографистар союзы проекты Президент гранттары фондынан федераль грант алды.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.