Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
5 Июнь 2018, 09:19

Рөстәм Хәмитов Сергей Семакка рәхмәт хаты тапшырҙы

Кисә республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Зенит» футбол клубының (Санкт-Петербург) баш тренеры Сергей Семак менән осрашты. Төбәк етәксеһе Сергей Семакка 2017/2018 миҙгел йомғаҡтары буйынса тәүгә Европа Лигаһында ҡатнашыу хоҡуғына эйә булған «Өфө» футбол клубының баш тренеры булараҡ һөҙөмтәле эше өсөн рәхмәт әйтте. Рөстәм Хәмитов тренерға яңы клубта уңыштар теләне һәм уға республика Башлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы.


Сергей Семак үҙ сиратында, «Өфө»лә эшләп, баһалап бөткөһөҙ тәжрибә алыуын билдәләне. Ул республика Башлығына һәм клуб етәкселегенә уға ышанғандары һәм шундай ҡыҙыу үҫешеүсән команданың тренеры сифатында үҙен күрһәтеү мөмкинлеге биргәндәре өсөн рәхмәтен белдерҙе.


— Миҙгел тамамлағандан һуң бөтә нәмә бик тиҙ булды, әлбиттә. Башҡортостанды шулай тиҙ ҡалдырып китермен тик көтмәгәйнем. Бер аҙ һағыш бар: команданы, үҙем һәм ғаиләм өйрәнгән ҡаланы ҡалдырыу. Әммә аңлайым, был минең өсөн барыбер алған табан бер аҙым, – тине Сергей Семак. – Республика етәкселегенә, футбол клубы етәкселегенә, көйәрмәндәр командаһына ла ҙур рәхмәт әйтәһем килә. Команда Европа лигаһы квалификацияһында уйнарға лайыҡ. Ул дөйөм ауыр көндәлек хеҙмәт һөҙөмтәһе. Клуб етәкселеген, коллективын, футболсыларҙы ҡотлаһым килә. Был ошо этапта яҡшы һөҙөмтә. Ул футбол үҫешенә, яңы стадион төҙөлөшөнә, инфраструктураны яҡшыртыуға һәм көйәрмәндәр, журналистар – кемдәр футболға битараф булмағандар шулар яғынан иғтибарға этәргес булыр тип ышанам.

ӨФӨ, 2018 йыл, 5 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Читайте нас