Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостанда йәшәүселәрҙе һөнәри эшмәкәрлектәрендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн билдәләне. «Аманат» балалар-үҫмерҙәр журналының баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллинға «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән исем бирелде.
Бүләкләү тураһындағы указда «Шүлгәнташ» дәүләт тәбиғи биосфера ҡурсаулығы директорының тирә-яҡ мөхитте һәм тәбиғи ресурстарҙы һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары, күп йыллыҡ намыҫлы эше билдәләнгән. Михаил Косарев «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған экологы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Бүләкләү тураһында документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында урынлашҡан.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.