Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
4 Июнь 2018, 06:12

Польша ике мең тоннаға яҡын башҡорт балы һатып алған

Башҡортостан Польшаға тәбиғи бал тапшырыуҙы яйға һалған. «Башҡортостан байлыҡтары сауҙа йорто» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең төбәк етештереүсеһенән тәүге партия – 1740 килограмм башҡорт балы ошо көндәрҙә ирекле һатыу өсөн Польшаға оҙатылды.


Федераль ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хәбәр итеүенсә, сит илгә оҙатҡанға тиклем ведомство белгестәре аҙыҡ-түлекте Таможня союзы һәм Европа союзының Техник регламенттары талаптарына ярашлылыҡҡа тулы лаборатор тикшереү үткәрҙе. Балға 5g формаһында халыҡ-ара ветеринар сертификаты һәм өс телдә сәләмәтлек сертификаттары тапшырылған.


/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.
Читайте нас