Мәскәүҙә «Ҡыҙыл майҙан» бөтә Рәсәй кино фестивале сиктәрендә «Мостай. Бер ҡасан да булмаған интервью» китабының исем туйы уҙҙы.
Баҫма Башҡортостандың халыҡ шағиры, күренекле башҡорт яҙыусыһы, шағир, дараматург, йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримдең 100 йыллығы (1919-2005) алдынан донъя күрҙе. Китапты Мостай Кәрим исемендәге фонд булышлығында «Инеш» нәшриәте сығарҙы.
Был үҙенсәлекле китапта автор уҡыусы менән тормош, Ватан, күңел, мөхәббәт һәм дуҫлыҡ тураһында ҡабатланмаҫ фәлсәфәүи диалог алып барған кеүек тойола. Төҙөүселәр Алексей Фенин һәм Гөлнара Белозерова, Мостай Кәримдең ижадын өйрәнеп, бөтөн ил тормошо сағылышында шағирҙың яҙмышын, уны заманса нәфис әҙәбиәттең сағыу, тәрән һәм һәүәҫкәр күренеше булараҡ төҫмөрләргә биргән проза өҙөктәрен, шиғырҙарҙы, хәтирәләрҙе һайлап алған.
— Был үҙенсәлекле баҫма, сөнки Мостайҙың һүҙҙәре, уның көндәлектәре, шиғриәте аша уның күңел түрендәге уй-фекерҙәрен күрәбеҙ. Китап ҙур талант яҙыусыһына, фронтовикка, бай һәм ҡатмарлы яҙмыш, бойондороҡһоҙ фекерләү, юғары гражданлыҡ тойғоһона эйә булған кешегә – беҙҙҙең олатайыбыҙ Мостай Кәримгә ҡарата ҙур ихтирам һәм һөйөү менән эшләнгән,— ти Мостай Кәрим исемендәге фондтың ойоштороусыһы, шағирҙың ейәне Тимербулат Кәримов.
Китаптың исем туйы Рәсәйҙең баш ҡалаһының төп майҙаны үҙәгендәге 16-сы павильонда ойошторолдо. Сара Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединскийҙың ҡотлауын уҡып ишеттереүҙән башланып китте. Унда китапты сығарыу һәм Мостай Кәрим тураһында уны шәхсән белгән һәм баҫманы нәшер итеүгә ҡыҫылышы булған кешеләр һөйләне.
Китап Рәсәйҙең Китап нәшриәтселәре ассоцияһының «Йылдың иң яҡшы китабы – 2017» конкурсына тәҡдим ителде. Конкурс йомғаҡтары буйынса ул «Иң яҡшы классик нәфис әҙәбиәт баҫмаһы» номинация буйынса исемлеккә инде.
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.