Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
4 Июнь 2018, 07:54

Июндә республика халҡын башта алты, һуңынан ике көнлөк эш аҙналары көтә

Июндә Башҡортостан халҡын бер аҙнала бер юлы ике байрам көтә.
Шишәмбе, 12 июндә, Рәсәй көнө, шулай уҡ Өфөлә Ҡала көнө билдәләнә.
Уңайлыҡ һәм ял көндәрен рациональ файҙаланыу өсөн ял көнө шәмбенән, 9 июндән, дүшәмбегә, 11 июнгә, күсерелә. Шул уҡ ваҡытта шәмбе байрам алды көнө тип иҫәпләнә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Йома, 15 июндә, республика ҡарарына ярашлы, Башҡортостанда Ураҙа байрамы билдәләнә. Байрам алды көндө, 14 июндә, эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Шул рәүешле, яңы эш аҙнаһы алты көн дауам итә, ә унан һуң килгәне – ни бары ике көн – 13 һәм 14 июнь. 10, 11, 12, 15, 16 һәм 17 июнь ял көндәре булып иҫәпләнә.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас