Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Новости
1 Июнь 2018, 09:49

«Урал аръяғы — 2018» форумында Урал аръяғының инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһе тикшерелә

9 июндә «Урал аръяғы — 2018» иҡтисади форумы барышында Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы «Файҙалы ҡаҙылмаларҙы иҡтисади әйләнешкә йәлеп итеү» темаһына түңәрәк өҫтәл ойоштора.


Модераторҙар булып республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Илдус Яхин һәм Волга буйы федераль округы буйынса Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу департаментының Башҡортостан буйынса геология һәм ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыуҙы лицензиялау бүлеге етәксеһе Алексей Грицук сығыш яһай. Шулай уҡ тау сығарыу предприятиелары вәкилдәренең сығышы ҡаралған.


Түңәрәк өҫтәлдә тау мәғдәне сәнәғәте ҡалдыҡтарын эшкәртеү технологияһы, Урал аръяғының инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһе нигеҙе булараҡ сеймал һәм етештереү өлкәһе мәсьәләләре хаҡында һөйләшеү күҙаллана.


Төп бурыс – потенциаль инвесторҙарҙы төбәктәге файҙалы ҡаҙылмалар картаһы менән ентеклерәк таныштырыу, инвесторҙарға дәүләт ярҙамы механизмдары хаҡында һөйләү, ятҡылыҡтарҙы эшкәртеүгә аукциондар уҙғарыу графигын күрһәтеү.


/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Читайте нас