— Стратегик башланғыстар агентлығы, ышаныслы партнёрҙар – «Роснефть» һәм «КамАЗ» менән хеҙмәттәшлекте киңәйтеү тураһында килешеүҙәр төҙөлдө. Федераль үҫеш институттары, ҙур компаниялар һәм холдингтар менән осрашыуҙар уңышлы үтте. Форум майҙансығында күҙалланған инвестиция проекттарының дөйөм хаҡы 30 миллиард һумдан артып китә. Форумдың бөтә ҡатнашыусылары Башҡортостандың ҡеүәтле иҡтисади потенциалын, ижтимағи-сәйәси һәм социаль тотороҡлоғон, бизнес алып барыу өсөн юғары ышаныслыҡты билдәләне, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.