Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
31 Май 2018, 09:07

Республикала төрки йәштәренең «Урал моңо» халыҡ-ара музыкаль ижад конкурс-фестивале башлана

7-10 июндә 2020 йылда Бөтә донъя Фольклориадаһын уҙғарыуға әҙерлек сиктәрендә Башҡортостанда төрки йәштәренең «Урал моңо» халыҡ-ара музыкаль ижад конкурс-фестивале үтә.
Өфө һәм Ишемай районы ҙур халыҡ-ара фестивалде уҙғарыу майҙансығы була.
Быйыл фестивалдә Рәсәйҙән Башҡортостан, Татарстан, Саха (Яҡут), Дағстан, Хакасия, Алтай, Мәскәү, Әстерхан өлкәһе һәм Ставрополь крайы; Төркиә, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан коллективтары һәм солистары ҡатнаша. Конкурс-фестиваль өс номинация буйынса үтә: яңғыҙ башҡарыусы йырсылар, вокал һәм вокал-инструменталь коллективтар, музыка ҡоралдарында яңғыҙ башҡарыусылар һәм коллективтар.
7 июндә киске сәғәт 9-ҙа Мәжит Ғафури исемендәге паркта «Етенсе күк» аттракционында тантаналы асыу була һәм конкурсанттар йәрәбә тарта.
8 июндә иртәнге сәғәт 10-да Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында ҡатнашыусыларҙы тыңлау башлана.
9 июндә киске сәғәт 8-ҙә «Ватан» этно-паркында «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙа.
Фестиваль 10 июндә Ишембай районында Һабантуй халыҡ байрамы сиктәрендә Торатау эргәһендә гала-концерт менән тамамлана. Ул иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.
Тәүгә конкурс 1992 йылда Республика башҡорт эстрада һәм рок-музыка фестивале булараҡ уҙғарылды. 1995 йылда халыҡ-ара статус алған фестиваль традицион сараға әүерелә. Йылдан-йыл ул бик күп йәш таланттарға профессиональ сәхнәгә юл аса.
Сара милли төрки музыканы танытыусы һәләтле йәш башҡарыусыларҙы эҙләү һәм уларға ярҙам итеү маҡсатында уҙғарыла.
Ойоштороп ебәреүселәр – Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы, В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто булышлығында Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы.
Сараны Республика халыҡ ижады үҙәге, Өфө һәм Ишембай районы хакимиәттәре ойоштора.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас