Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Новости
31 Май 2018, 09:27

Башҡортостанда 20 йәшлек егет һыу һурҙырғыс башнянан ҡолап төшөп үлгән — ул селфи яһамаҡсы булған

Белорет ҡалаһында 20 йәшлек егет һыу һурҙырғыс башнянан ҡолап төшөп үлгән — ул селфи яһамаҡсы булған. «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы социаль селтәрҙәге ваҡиға тураһында мәғлүмәткә һылтанып хәбәр итеүенсә, егет дуҫтары менән башняға фотоға төшөргә менгән һәм бейеклектән ҡолаған. Ул үлемесле йәрәхәтләнгән.
Осраҡ буйынса тикшереү бара, тип һөйләнеләр Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас