29 майға республикала Хәйбулла, Ейәнсура һәм Асҡын райондары яҙғы сәсеүҙе тамамланы. Ҡалғандарында сәсеү һуңғы гектарҙарҙа бара. Мәҫәлән, Баймаҡ һәм Илеш райондарында тейешле майҙандың 0,5% сәсергә ҡалған. Республикала бөтәһе 1,9 миллион гектар яҙғы культуралар йәки пландың 92% сәселгән. «Күпселек райондарҙа, төньяҡ-көнсығыштан тыш, сәсеү эштәре тамамланған. Ашыҡмай ғына, йылы көндәрҙә сәселә торған культуралар ҡалған», — тип белдерҙеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында.