Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың һәм Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуровтың осрашыуы булды. Республика сәнәғәтен, шул иҫәптән химия тармағын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.
Осрашыу барышында яҡтар ил өсөн стратегик мөһим продукцияны сығарыу кимәлен арттырыу, шулай уҡ ғәмәлдәге етештереү урындарын яңыса ҡороу һәм яңыларын булдырыу тураһында килеште. Шул уҡ ваҡытта төбәктә экологик балансты һаҡлау кәрәклеге айырым билдәленде.